

Баймаҡ районында Сибай-Аҡъяр автомобиль юлындағы бензин ташыусы машина юл ситенә осҡан. Бының тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
Бөгөн, 26 февралдә, Саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Сибай-Аҡъяр автомобиль юлында бензин ташыусы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына тиҙ арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп еткән.
"Урынға килгәс, бензовоздың юлдың ситенә төшөүе һәм артабан ауҙарылыуы асыҡланған. Водитель дизель яғыулығы ташыған. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Хөрмәтле граждандар! Һеҙҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.