ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Февраль 2023, 10:22

Ҡот осҡос фажиғә...

Йәш егет машинаға тағылған тюбингта шыуғанда...

Ҡот осҡос фажиғә...Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...

Бөрө районының Суслов ауылында йәш егет тюбингта шыуған һәм юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙ телеграм-каналында хәбәр итте.

Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, тюбинг  ВАЗ-2111 автомобиленә тағылып һөйрәлгән. Водитель боролғанда, тюбингҡа ултырған 21 йәшлек егет ҡаршы һыҙатҡа сығып "Лада Гранта" менән төкөшкән. Көслө бәрелеү һөҙөмтәһендә тюбингта шыуған егет йәрәхәттәрҙән вафат булған.

Хәлдең нисек булыуы асыҡлана. ВАЗ-2111 водителенең эшенә юридик баһа биреләсәк.

 

фото:ЮХХДИ.

Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас