

Стәрлетамаҡ - Стәрлебаш трассаһында насар һауа шарттары аварияға сәбәпсе булған. Кисә киске сәғәт туғыҙ тирәһендә унда ҡапма-ҡаршыға килгән 22 йәшлек водитель идара иткән «BMW 530» һәм 22 йәшлек ир идара иткән «Лада Калина» автомобилдәре бәрелешкән.
Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, һөҙөмтәлә "Лада" автомобиленең 20 йәшлек пассажиры йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында йәмғеһе 10 авария булған, уларҙа 10 кеше зыян күргән. Синоптиктарҙың фараздары буйынса, алдағы өс көндә республикала һауа торошоноң боҙолоуы: ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм елдең көсәйеүе көтөлә.