ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Февраль 2023, 17:14

Мышыларҙы һәләк иткәндәр

Башҡортостандың Ырымбур менән сиктәш һунарсылыҡ биләмәһендә браконьерҙар тотолған

Мышыларҙы һәләк иткәндәрМышыларҙы һәләк иткәндәр
Мышыларҙы һәләк иткәндәр

Ырымбур менән сиктәш һунарсылыҡ биләмәләрендә республика охотнадзор инспекторҙары  сираттағы рейдҡа сыҡты.

Экология министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Ырымбур өлкәһендә ике ҡарйөрөгөстө туҡтатҡандан һуң, унда ике мышы кәүҙәһе табыла. Бер аҙҙан  Башҡортостан территорияһында тағы ла бер үлтерелгән мышы кәүҙәһе табыла. Һөҙөмтәлә,  һунарсылыҡ ресурстарына ҙур зыян килтерелә. Хәл-ваҡиға урынына Ырымбул өлкәһенән һунарсылыҡ инспекторҙары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре саҡыртыла. Браконьерҙарҙан 3 берәмек ҡорал, 2 ҡарйөрөгөс, ике санала 2 мышы кәүҙәһе тартып алына. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.

Фото:пресс-служба минэкологии РБ

https://www.bashinform.ru/

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас