ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Февраль 2023, 11:07

26 йәшлек егет Магнитогорск юлында юғалған

Уны һуңғы тапҡыр 31 ғинуарҙа күргәндәр

26 йәшлек егет Магнитогорск юлында юғалған26 йәшлек егет Магнитогорск юлында юғалған
26 йәшлек егет Магнитогорск юлында юғалған

Ирекмәндәр социаль селтәрҙә 26 йәшлек Илһам Ялаловты (Илья Ермолаев, 1996 йылдың 31 майында тыуған) эҙләүҙәре тураһында иғлан итте. Ул 31 ғинуарҙа уҡ Әлмөхәмәт станцияһынан Магнитогорскиға юлланған һәм юғалған. Ирҙең Силәбегә барырға йыйыныуы билдәле.

Билдәләре: оҙон буйлы, ҡуңыр күҙле, ҡара сәсле. Юғалған мәлдә ул тубыҡҡа тиклем ҡара куртка кейгән булған, тип фаразлана.

Юғалған кеше тураһында нимәлер белһәгеҙ, 8 800 300 85 99 телефоны буйынса хәбәр итегеҙ.

 

фото һәм мәғлүмәт:"Башинформ".

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас