Йылайыр районында һәләк булғандар менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙ телеграм-каналында хәбәр итте.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә Юлдыбай-Аҡъяр-Һары автомобиль юлының 7-се саҡрымында, Яманһаҙ ауылы янында, "Лада Приора" менән "Лада Гранта" төкөшкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Медицина ярҙамы һорап 4 кеше, шул иҫәптән бер бәлиғ булмаған бала мөрәжәғәт итте. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Әлегә мәлдә хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
фото:ЮХХДИ.