ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Февраль 2023, 18:57

«ГАЗель» шартлауы һөҙөмтәһендә...

Үкенескә күрә, водитель үҙенең тыуған көнөндә...

«ГАЗель» шартлауы һөҙөмтәһендә...«ГАЗель» шартлауы һөҙөмтәһендә...
«ГАЗель» шартлауы һөҙөмтәһендә...

16 февралдә Стәрлетамаҡ районының Октябрьский ауылында бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә «ГАЗель» водителе һәләк булған.

«Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағы хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир машинаһын йылытыуға ҡуйған, өҫтәүенә үҙе салонда ултырған. «ГАЗель» газ яғыулығында эшләгән. Машина йылынған мәлдә шартлау була. Ир ваҡиға урынында йән биргән. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, был көндө уның тыуған көнө булған.

Енәйәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

 

 

фото һәс сығанаҡ:«Башинформ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас