

Күрше Йылайыр районында ике фатирлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә ҡотҡарыусылар янған торлаҡтың мөлкәтен һәм таҡта иҙәндәренең емерелеүен тапҡан. Ошонда уҡ 63 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. «Янғын сыҡҡан мәлдә янғын һүндереүселәр саҡырылмаған», - тип аныҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. Янғын сәбәптәре әле асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй.
9 февралдә Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында янғын урынында тағы бер ир-егет мәйете табылған. Кисә кискеһен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Баҙар урамындағы ошо ауылда янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.«8х4,5 метр ҙурлығындағы ағас йорт янған. Үкенескә күрә, янғын урынында 1938 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Янғын сәбәптәре асыҡлана», - тип өҫтәнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.