ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Февраль 2023, 09:03

Лифтта төтөн сығып...

Егет 9-сы һәм 10-сы ҡаттар араһында туҡтаған лифттан сыға алмаған...

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы Лифтта төтөн сығып...«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы Лифтта төтөн сығып...
Лифтта төтөн сығып...Фото:«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы

Кисә кискеһен Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Өфөнөң Киров районындағы Октябрь революцияһы, 23а адресы буйынса урынлашҡан 13 ҡатлы йортта лифтта төтөн сығыуы, шулай уҡ бәлки трос өҙөлөүе һөҙөмтәһендә, ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы кәрәклеге тураһында хәбәр килә.

«Урынға тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм лифт компанияһы вәкилдәре килеп еткән. Хәлде баһалап һәм бөтә хәүефтәрҙе иҫәпкә алып, ҡотҡарыусылар янғын сығыу билдәләренең юҡлығына инанған, ваҡытын әрәм итмәйенсә 9-сы һәм 10-сы ҡаттар араһында туҡтаған лифттан ирҙе сығарған», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Барыһы ла уңышлы тамамланды. Лифт штат режимында эшләй.

 

Видео:«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас