

4 февралдә Өфөлә полицияға һыуыҡ тейҙергән 10 айлыҡ сабыйҙы ҡала дауаханаһынан килтереүҙәре тураһында хәбәр итәләр.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Роза Люксембург урамындағы шәхси секторҙа ир илап ултырған сабыйҙы, ә уның эргәһендә иҫерек ҡатынды тапҡан. Битараф булмаған граждан юғалып ҡалмаған, баланы өҫкө кейеме менән урап алып һәм тиҙ ярҙам саҡырған», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
48 йәшлек әсәнең биш балаһы булыуы асыҡланған. Өлкән улы инде бәлиғ булып, ҡалған өсәүһе өҫтөнән опекунлыҡ юллаған, сөнки әсәһе ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
«Әлеге ваҡытта сабый дауаханаға оҙатылған, һәм дауаланғандан һуң Балалар йортона билдәләнәсәк. Тикшереү материалдары процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Тикшереү комитетына тапшырылды», - тип өҫтәнеләр ведомствола.
фото:Телеграм.