ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Февраль 2023, 14:22

Әбйәлил районында 8 айлыҡ сабый үле килеш табылған

Асыҡланыуынса, йоҡлар алдынан әсәһе...

Әбйәлил районында 8 айлыҡ сабый үле килеш табылғанӘбйәлил районында 8 айлыҡ сабый үле килеш табылған
Әбйәлил районында 8 айлыҡ сабый үле килеш табылған

Әбйәлил районында сабый мәйете табылған. «Минең Башҡортостаным» баҫмаһы үҙ сығанағына һылтанып хәбәр итеүенсә, әсә ике ҡыҙы менән һеңлеһенә ҡунаҡҡа килгән. Йоҡлар алдынан улар кәйеф-сафа ҡороп ултырған. Иртәнсәк әсә һигеҙ айлыҡ ҡыҙын иҙәндә үле килеш тапҡан.

«Бала әсәһе менән йоҡлаған, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, карауаттың ситендә. Бәлки, ҡыҙыҡай иҙәнгә ҡолап төшкәндер. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса ғына сабыйҙың үлем сәбәбен әйтергә мөмкин», — тип хәбәр итте ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡ «Башинформ» агентлығына.

Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото:Ксения Калинина
Сығанаҡ:"Башинформ"
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас