Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Февраль 2023, 10:08

Таң менән ҡот осҡос фажиғә...

Күп балалы атай ике улын үлтергән һәм...

Таң менән ҡот осҡос фажиғә...
Таң менән ҡот осҡос фажиғә...

3 февралдә иртән Өфөлә ашығыс хеҙмәттәргә Степан Кувыкин урамындағы йортта ҡот осҡос хәл тураһында хәбәр килә. «Башинформ»ға хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, күп балалы ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булған.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иртән күршеһенең фатирына бер ҡатын шаҡыған. Ул 10 йәшлек ҡыҙы менән булған. Ул күрше ҡатындың иренән үҙенең хәләл ефете менән һөйләшеүен һорай, сөнки өйөндә ғауға ҡуптарған. Улар бергәләп фатирҙың ишегенә килеп еткәс, ул бикле булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусыларын саҡырырға тура килгән, улар ишекте деблокациялаған. Ишек асылғас ҡот осҡос күренешкә юлыҡҡандар: фатирҙа 6 һәм 13 йәшлек ике малай һәм уларҙың атаһы үле килеш табылған. Балаларҙың тәне осло әйбер менән йәрәхәтләнгән. Фараз буйынса, уларҙы ғаилә башлығы үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған», - тип һөйләне мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Урынға хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән. Әле улар фажиғә сәбәптәрен тикшерә. Сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ғаилә иҫәптә тормаған, ир ҙур компанияла эшләгән, отпускыла булған.

 

Сығанаҡ:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Фото:Ксения Калинина.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: