Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Ғинуар 2023, 10:34

Иҫерек улы арҡаһында...

Первомайский юлында фажиғәгә тарығандар...

ЮХХДИ Иҫерек улы арҡаһында...
Иҫерек улы арҡаһында...Фото:ЮХХДИ

Кисә көндөҙ Баймаҡ районында Баймаҡ-Первомайский юлының 15-се саҡрымында Хәйбулла районында йәшәүсе 51 йәшлек ир «Шевроле Нива» автомобиле менән идара иткәндә юл ситенә төшөп, түңкәрелгән. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙ телеграм-каналында хәбәр итте.

Ҡыҙғанысҡа күрә, аварияла водителдең 73 йәшлек әсәһе йәрәхәтләнә. Водителдең иҫерек булыуы асыҡланған (1,783 мг/л). Ир белдереүенсә, ул йәнәһе авариянан һуң эскән. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү алып барыла.

 Владимир Севастьянов билдәләүенсә, уҙған ял көндәрендә генә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 130 иҫерек водитель тотолған.

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: