Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Ғинуар 2023, 23:53

Аҡъярҙа вандализм осрағы

Килтерелгән зыян күләме 100 мең һумға яҡын тәшкил итә.

Аҡъярҙа вандализм осрағы
Аҡъярҙа вандализм осрағы

Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рәхмәтуллин Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә 27 ғинуарҙа төнгө 01.00 сәғәттәрҙә Аҡъяр ауылының Рәшит Ниғмәти урамында көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн алынған өр-яңы 4 пластик евроконтейнерҙары яндырып китеүҙәре тураһында яҙа. Килтерелгән зыян күләме 100 мең һумға яҡын тәшкил итә.

Кемдең ҡулы барғандыр? Был вандализм осрағы буйынса  Аҡъяр ауыл биләмәһе  ғәйеплеләрҙе асыҡлау һәм тикшереү эше алып барыуға хоҡуҡ һаҡлау органына ғариза яҙған. Контейнерҙары яндырыу тағы ла аяныслыраҡ һөҙөмтәләргә килтереүе лә ихтимал, сөнки уттың яҡында ҡуйылған машина, төҙөлөш ҡорамалдары һәм ағастарға күсеү хәүефе лә бар.

--Ауылдаштарҙы коммуналь инфраструктураға һаҡсыл ҡарарға, контейнерҙарға тәмәке төпсөктәре,  тиҙ тоҡана торған ҡалдыҡтар һәм әйберҙәр ташламаҫҡа саҡырам. Контейнер майҙансығында вандализм осрағы буйынса 8 (34758) 2-16-76 телефоны аша, берҙәм дичспетчер хеҙмәтенә, шулай уҡ полицияға (112) шылтыратып хәбәр итергә мөмкин,--тип яҙа Ришат Рәхмәтуллин.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: