«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, Көйөргәҙе районында 23 ғинуарҙа көндөҙ 15 йәшлек уҡыусы «Ырымбур - Өфө» пассажир поезы аҫтына эләккән. Ул ауыр йәрәхәттәр менән Күмертау дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатылған.
Мәғлүмәт агентлығына транспорт буйынса үҙәк төбәк-ара тәфтиш идаралығында ошо хәлгә аңлатма бирҙеләр.
«Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, тимер юлы буйлап китеп барған уҡыусы «Ырымбур - Өфө» ҡала яны поезы аҫтында ҡалған. Йәрәхәтләнгән бала дауаханаға оҙатылған. Машинист поезды туҡтатырға тырышып, тормозға баҫҡан һәм сигнал биргән, ләкин өлгөрмәгән. Тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.