Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Ғинуар 2023, 20:49

Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?

Юл-транспорт ваҡиғаһында 6 кеше зыян күргән, шул иҫәптән ике пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Икәүһен, шул иҫәптән 12 йәшлек малайҙы дауаханаға оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа күрә...

Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?

Бөгөн 15 ғинуарҙа Башҡортостандың Салауат районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, авария көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә Кропачево - Мәсәғүт - Әшит автомобиль юлының 10-сы саҡрымында булған. «ГАЗель» йөк машинаһы менән ҡаршыға килгән «Черри Вери» төкөшкән. Бәрелешкәндән һуң «ГАЗель» юл ситендә туҡтап торған «Мерседес» йөк машинаһына, ә «Черри» «Volvo» ағас ташыусы машинаһына бәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобилдән ике пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Икәүһен, шул иҫәптән 12 йәшлек малайҙы дауаханаға алып киткәндәр. «ГАЗель» водителенә медицина ярҙамы күрһәтелә.

«Әле бәлиғ булмағандың дауаханаға оҙатҡанда вафат булыуы тураһында мәғлүмәт килде. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан.

фото:ЮХХДИ

Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: