Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2023, 11:48

Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Lada Priora" менән "Renault Symbol" автомобилдәре төкөшөүе һөҙөмтәһендә...

Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...
Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...

Тәүлек эсендә республика юлдарында ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы бер кеше йәрәхәтләнгән. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙ телеграм-каналында хәбәр итте.

Дәүләкән районында 18:00 сәғәт тирәһендә Дәүләкән-Толбазы автомобиль юлының 10-сы саҡрымында 23 йәшлек водитель идара иткән  "Lada Priora" һәм 54 йәшлек ир идара иткән "Renault Symbol" автомобилдәре төкөшкән. Һөҙөмтәлә ике водитель дә ваҡиға урынында йән биргән. Билдәле булыуынса, авария "Уҙып китеү тыйылған" юл зонаһында булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау өсөн бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

"Хөрмәтле водителдәр, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һәм  юл билдәләренең талаптарын үтәгеҙ. Һәммәгеҙгә лә хәүефһеҙ юлдар!" - тип яҙҙы Владимир Севастьянов.

 

фото:ЮХХДИ

Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...
Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...
Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: