Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Декабрь 2022, 12:09

«Лада» һәм Nissan ҡатнашлығындағы юл фажиғәһенән һуң биш кеше дауаханаға оҙатылған

Тәүлек эсендә республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән, 15 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

«Лада» һәм Nissan ҡатнашлығындағы юл фажиғәһенән һуң биш кеше дауаханаға оҙатылған
«Лада» һәм Nissan ҡатнашлығындағы юл фажиғәһенән һуң биш кеше дауаханаға оҙатылған

Стәрлетамаҡ районында кисә көндөҙ Стәрлетамаҡ - Красноусол автомобиль юлының 28-се саҡрымында 69 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе идара иткән «Лада Гранта» менән ҡаршыға килгән «Ниссан Альмера» бәрелешкән. Рулдә Ғафури районынан 32 йәшлек ир булған.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, аварияла «Лада» водителе һәм уның ике пассажиры, 70 һәм 72 йәшлек ҡатындар, дауаханаға оҙатылған. «Ниссан» водителе һәм уның 24 йәшлек пассажиры ла дауаханала. Юл фажиғәһе буйынса тикшереү бара.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-29/v-bashkirii-pyatero-chelovek-popali-v-bolnitsu-posle-vstrechnogo-dtp-s-uchastiem-lady-i-nissan-3089573

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ.

 

Автор:Дарья Субботина.

Автор:
Читайте нас: