Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Декабрь 2022, 13:31

Республикала ВАЗ-2114 водителе һәм уның пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған

-

Республикала ВАЗ-2114 водителе һәм уның пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған
Республикала ВАЗ-2114 водителе һәм уның пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған

Башҡортостанда ҙур йөк машинаһы менән бәрелешкән ВАЗ-2114 водителе һәм уның пассажиры йән биргән. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, авария кисә көндөҙ Краснокама районында булған. «ВАЗ-2114» менән ҡаршыға килгән «МАЗ» йөк машинаһы бәрелешкән.

«Фажиғәлә еңел автомобилдең 33 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе яҡты донъя менән хушлашҡан. ВАЗ-дың 21 йәшлек водителе дауаханаға оҙатылған, һуңынан Нефтекама дауаханаһының реанимация бүлегендә йән биргән. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, йәш водитель уҙып китеү өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Тикшереү башланған», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Уҙған тәүлектә республика юлдарында бөтәһе ете автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, етәүһе йәрәхәтләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-22/voditel-i-passazhir-vaz-2114-pogibli-pri-stolknovenii-s-bolshegruzom-v-bashkirii-3082496

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: