

Хәйбулла районында кисә көндөҙ Сибай - Аҡъяр автомобиль юлының 80-се саҡрымында Подольск ауылы янында " Toyota Noah" автомобиле руле артындағы 31 йәшлек ир юл ситендәге барьерлы ҡоймаға төкөгән.
Юл фажиғәһендә дүрт пассажир, шул иҫәптән 15 йәшлек ҡыҙ йәрәхәтләнгән. Билдәле булыуынса, водитель ике ай элек иҫерек килеш автомобиль йөрөткән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Ирҙең Сибайҙан Аҡъярға социаль селтәрҙәр аша ете юлдашын йыйыуы асыҡланған. Фажиғә факты буйынса тикшереү бара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.