ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Декабря 2022, 08:09

8 йәшлек бала көмөшкә эсеп...

Табиптар ҡыҙыҡайҙың организмына спирттың ағыулы тәьҫирен асыҡлаған.

8 йәшлек бала көмөшкә эсеп...8 йәшлек бала көмөшкә эсеп...
8 йәшлек бала көмөшкә эсеп...

 19 декабрҙә кискеһен Туймазы районы ауылдарының береһендә бәләкәй ҡыҙыҡай менән бәхетһеҙ осраҡ булған. «Башинформ» агентлығына медицина өлкәһендәге сығанаҡтан билдәле булыуынса, 8 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ашығыс рәүештә урындағы дауахананың реанимацияһына  алып килгәндәр. Табиптар баланың организмына спирттың ағыулы тәьҫирен асыҡлаған.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙыҡай осраҡлы ғына көмөшкә эскән. Уның әсәһе аңлатыуынса, көмөшкә "Кола" шешәһенә ҡойолған булған. Спиртлы шыйыҡса һалынған һауытты һыуытҡысҡа ҡуйғандар. Ә ҡыҙыҡай, был газлы эсемлек тип иҫәпләп, шешәләге шыйыҡсаны эскән. Уның хәле насарайғас, дауаханаға килтерелгән», - тип хәбәр иткән мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Ғаилә имен тип иҫәпләнә, иҫәптә тормай. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

 

фото:Ксения Калинина (Башинформ).

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас