ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Декабрь 2022, 12:12

Йөк машинаһы менән бәрелешкәндән һуң...

    

Йөк машинаһы менән бәрелешкәндән һуң...Йөк машинаһы менән бәрелешкәндән һуң...
Йөк машинаһы менән бәрелешкәндән һуң...

Башҡортостандың Иглин районында М5 трассаһының 1538-се саҡрымындағы төш ваҡытында үлемесле авария булған, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһында.

«Тойота Королла» менән «Вольво» йөк машинаһы төкөшкән, ҡыҙғанысҡа күрә еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында йән биргән. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр итә ЮХХДИ.

Аварияға осраған машиналар юлдың яртыһын ҡаплаған, участкала реверсив хәрәкәт ойошторолған.

 

фото:ЮХХДИ

 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас