ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Декабрь 2022, 11:18

Телефондан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!

Бер ханымға ялған "банк хеҙмәткәре", ә икенсеһенә ялған "полиция хеҙмәткәре" шылтыратҡан. Һөҙөмтәлә...

Телефондан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!Телефондан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!
Телефондан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йомала Күмертауҙа йәшәгән 56 йәшлек ҡатын һәм Стәрлетамаҡтан 26 йәшлек ҡатын телефондан мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Улар 500 мең һум һәм 150 мең һум аҡсаларын юғалтты.

56 йәшлек ҡатынға аферистар ялған банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратҡандар. Улар уға банк иҫәбен «хәүефһеҙләндерергә» тәҡдим иткән, һәм һөҙөмтәлә ҡатын икенсе кешенең иҫәбенә ярты миллионды күсергән.

Ә 26 йәшлек ҡатынға ялған «полиция хеҙмәткәрҙәре» шылтыратҡан һәм йәнәһе лә, уның исеменән төрлө банктарға кредиттар тураһында ғаризалар килгән, тип алдаған. Ханым аферистҡа үҙенең телефонына инеү мөмкинлеген биргән, һәм уның иҫәбенән ситтән тороп аҡса алынған.

Дөйөм алғанда, йома көндө республикала мутлашыусыларҙан 14 кеше зыян күргән, улар дөйөм алғанда 5,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында. 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас