ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Декабря 2022, 10:52

Оло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәр

   

Оло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәрОло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәр
Оло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәр

Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылында көндөҙгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә билдәһеҙ водитель артҡа сигенгәндә 79 йәшлек ҡатынды бәрҙергән, шунан һуң юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Йәрәхәтләнгән ҡатын дауаханаға оҙатылған.

Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле водителде эҙләй. Бәлки, водитель йәйәүлене шәйләмәгәндер ҙә.

«Ваҡиға шаһиттарын яҡындағы полиция бүлегенә йәки Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-ның дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

 

Фото:Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас