ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Декабря 2022, 09:45

Ашығыс ярҙам машинаһы водителе йәйәүлене бәргән

-

Ашығыс ярҙам машинаһы водителе йәйәүлене бәргәнАшығыс ярҙам машинаһы водителе йәйәүлене бәргән
Ашығыс ярҙам машинаһы водителе йәйәүлене бәргән

Кисә, 17 декабрҙә, Башҡортостандың Краснокама районында ашығыс ярҙам бригадаһы Ашит-Ағиҙел юлының өсөнсө километрында аварияға эләгә. Был турала Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр иткән. Табиптар машинаһы водитель әйтеүенсә 40 йәшлек ир ҡапыл юлға сығып тәгәрмәс аҫтына инеп китә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ашығыс ярҙам машинаһы водителе билдәһеҙ йәйәүлене бәрҙергән, тип хәбәр итәләр ЮХХДИ-нан. — Йәйәүле көслө төкөүҙән алған йәрәхәттәренән урында вафат булған. Билдәле булыуынса, ашығыс ярҙам машинаһы Можары ауылында шылтыратыуға китеп барған.

Фажиғә урынына тағы ла бер медицина бригадаһы ебәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас