ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Декабрь 2022, 15:22

Йырсы өсөнсө тапҡыр мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткән

    

Йырсы өсөнсө тапҡыр мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткәнЙырсы өсөнсө тапҡыр мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткән
Йырсы өсөнсө тапҡыр мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам иткән

Башҡорт опера театры солисы Олеся Хөснөтдинова өсөнсө тапҡыр полицейскийҙарға телефон мутлашыусылары курьерҙарын тоторға ярҙам иткән.

Ноябрь башында йырсыны Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр. Бер көндө аферистар 81 йәшлек әсәһен «һеҙҙең ҡыҙығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған» схемаһы буйынса аҡсаһыҙ ҡалдырған. Артистка һуңынан үҙе лә мутлашыусыларҙан шылтыратыу ала башлай. Ул уларға аҡсаны бирергә ризалашҡан, әммә үҙе полиция саҡыртҡан. Уның менән ошондай хәл өсөнсө тапҡыр булыуы ҡыҙыҡлы, тип билдәләнеләр Эске эштәр министрлығында.

Бынан алда йырсы Башҡортостанда йәшәгән 20 һәм 24 йәшлек кешеләрҙе ҡулға алырға ярҙам иткән, улар кешеләргә барып аҡсалар алып, һуңынан банкомат аша уларҙы «эш биреүселәргә» күсерергә ризалашҡан. Был юлы курьер ролендә 21 йәшлек ҡыҙ сығыш яһаған. Ул 65 йәштән 85 йәшкәсә пенсионерҙарға ҡарата мутлашыуҙың биш осрағын таныған. Ноябрь уртаһында ҡыҙ социаль селтәрҙә «эш» тапҡан. Хәҙер ул енәйәт эше фигуранты булды, ә ул бер ҡасан да күрмәгән төп ғәйепләнеүсе язанан ҡотолорға мөмкин. 

 

фото:"Башинформ"

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас