ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Декабрь 2022, 17:00

Уяу күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған!

   

Уяу күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған!Уяу күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған!
Уяу күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған!

7 декабрҙә иртән ашығыс хеҙмәттәргә Иглин районының Көҙөй ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Ваҡиға урынына тиҙ арала Урман ауылының, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

«Хужабикә лә, уның ике балаһы ла иҫән. Күршеләре уларҙы ишек шаҡып уятҡан», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Өйҙән көл-күмер генә ҡалған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

 
Фото:Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас