

Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында «Газель» йөк машинаһы боҙ аҫтына киткән.
Район хакимиәте башлығы Антон Талалов хәбәр итеүенсә, автомобиль боҙ үткәүеле аша үтергә маташҡан һәм юл уртаһында саҡ һыу аҫтына төшмәгән.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, Ағиҙел йылғаһы аша боҙ үткәүелен ойоштороу эштәре башланған. Әммә, көндәрҙең һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, боҙ йоҡа әле. Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр, үҙегеҙҙе һәм пассажирҙарҙы һаҡлағыҙ», - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Антон Талалов.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ир «Газель» менән боҙға сыҡҡан һәм ярҙан ете метр алыҫлыҡта боҙ аҫтына киткән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, транспорт сараһы хужаһы үҙаллы сығып өлгөргән. Ведомствола билдәләүҙәренсә, Ағиҙел аша был үткәүел декабрҙең икенсе декадаһында ғына асыла.