Урал таможня хеҙмәткәрҙәре ауырлығы 4 килограмм, ә хаҡы 10 миллион һум тәшкил иткән алтын сынйырҙы сит илгә сығарырға ниәтләгән авиапассажирҙы туҡтатҡан, ә ҡиммәтле әйберҙе тартып алғандар.
Федераль таможня хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, изделие, фаразланыуынса, 999-сы пробалы алтындан яһалған. Уның дөйөм хаҡы 10 миллион һумдан артып китә.
«Рейсҡа теркәлгәндән һуң пассажир «йәшел» коридорға юлланған. Багажды рентген тикшереүе барышында инспекторҙың иғтибарын рюкзактағы ярайһы ҙур күләмдәге металдан эшләнгән предмет йәлеп иткән. Ул сынйырҙың шәхси ҡулланыу өсөн тәғәйенләнеүен һәм уны муйынында йөрөтөүен белдергән», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Әйткәндәй, 2022 йылдың 1 сентябренән 2023 йылдың 28 февраленә тиклем Рәсәйҙә илдән ҡиммәтле металдарҙың әҙерләмәләрен, ярымфабрикаттарын йәки һыныҡтарын сығарыу ваҡытлыса тыйылды. Тартып алынған сынйырҙы экспертизаға ебәргәндәр, уның йомғаҡтары буйынса изделиеның характеры билдәләнәсәк һәм процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.