ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Ноябрь 2022, 17:20

Өфөлә педофилды эҙләйҙәр

    

Өфөлә педофилды эҙләйҙәрӨфөлә педофилды эҙләйҙәр
Өфөлә педофилды эҙләйҙәр

Өфөлә хоҡуҡ һаҡлаусылар педофилды эҙләй. «Башинформ»ға үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 26 ноябрҙә шикле әҙәм уҡыусы ҡыҙ артынан эйәреп Транспорт урамында урынлашҡан йорттоң подъезына ингән.

«11-12 йәштәрҙәге ҡыҙ таныш булмаған ир менән лифтҡа ингән. Ул уға бәйләнә башлаған, тигән фараз бар. Лифт ишектәре асылғас, ир сығып киткән. Уҡыусы был хаҡта туғандарына һөйләгән. Улар полицияға ғариза яҙған», — ти агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәтсене ориентировка буйынса  эҙләй.

 

Фото:Ксения Калинина

сығанаҡ:"Башинформ"

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас