ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Ноябрь 2022, 18:00

Егет кемдән ҡасырға уйлаған?

Баҡтиһәң,  ул балкондан ҡыйыҡҡа менеп

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте. Егет кемдән ҡасырға уйлаған?Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте. Егет кемдән ҡасырға уйлаған?
Егет кемдән ҡасырға уйлаған?Фото:Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте.

25 ноябрҙә кискеһен Октябрьский ҡалаһында 19 йәшлек ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, уға элекке өйҙәш ире һөжүм иткән һәм бысаҡ менән янаған. Уның полиция саҡыртҡанын белгәс, ир сығып киткән.

Участковый уны ата-әсәһе йәшәгән урыны буйынса Баҡса ҡулсаһы урамындағы йортта тапҡан. Ул ныҡ иҫерек булған, аңлатма биреүҙән баш тартҡан, үҙен агрессив тотҡан, полицейскийҙы кәмһеткән, балкондың быялаларын ватҡан, сүкеш менән һелтәнгән. Полицейскийҙың законһыҙ эш итеүҙе туҡтатыу талабын ир иғтибарһыҙ ҡалдырған. Егет ҡасырға маташып, балконға сыҡҡан, аҡ бауға йәбешкән һәм йорттоң ҡыйығына менгән. Шунан һуң ул подъезд ишеге аша сарлаҡҡа төшөп, шунда йәшенергә маташҡан.

«Һуңынан ир тотола һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә килтерелә. Ул ошо ҡалала йәшәгән 25 йәшлек егет булып сыҡҡан. Уға ҡарата Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.21-се статьяһы буйынса административ протокол төҙөлдө. Шулай уҡ материалдар йыйылған, улар Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 318-се статьяһы буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн Рәсәйҙең Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһенә тапшырыла», - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәтенән.

Видео:Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас