ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Ноябрь 2022, 05:44

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеше һәләк булған...

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Ҡалтасы ауылында ике фатирлы ағас йортта сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә күп балалы ғаилә өйһөҙ ҡалған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йорттоң яртыһы буш торған, икенсе фатирҙа дүрт балалы ғаилә йәшәгән. Ут ялмап алған мәлдә өйҙә ата-әсәһе менән бергә 5 һәм 3 йәшлек балалар һәм ҡунаҡ була. Хужалар балалары менән эвакуацияланған, ирҙең кәүҙәһен янғын һүндергән саҡта тапҡандар. Был ваҡытта 11 һәм 9 йәшлек ике балалары өйҙә булмаған, улар туғандарында ҡунаҡта булған. Йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылған булған, ул эшләп киткән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

 

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас