

Рейд барышында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү инструкторы янғын тураһында хәбәр иткән ҡоролманың эшләү фактын асыҡланы, уның ярҙамында Әбйәлил районының Таҡһыр ауылы кешеһе ҡотҡарылған.
Гусев ауыл биләмәһе башлығы һүҙҙәренсә, 20 ноябрҙә хужа вахтанан ҡайтып, йоҡларға ятҡан. 20:30 сәғәт тирәһендә уны бәләкәй сиренаның көслө тауышы уятҡан. Өйҙә көслө төтөн сыҡҡан була, ир кеше, ваҡытын әрәм итмәйенсә, тиҙ генә тышҡа йүгерә.
«Йорт тулыһынса янып бөткән тиерлек, ҡараңғыланған стеналар ғына тороп ҡалды, йәшәү өсөн яраҡһыҙға әйләнде. Янғындың сәбәбе - туҙған электр сымының замыканиеһы. Йорт хужаһы янғын сыҡҡансы яңы электр сымы һатып алған, ләкин алмаштырып өлгөрмәгән», - тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.