

Башҡортостан автоинспекторҙары үҙенең машинаһында туңып үлә яҙған водителгә ярҙам күрһәткән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, таң менән Өфө - Инйәр - Белорет трассаһының 112-се саҡрымында юл-патруль хеҙмәтенең айырым батальоны хеҙмәткәрҙәре полиция лейтенанты Радмир Хәмзин һәм полицияның кесе лейтенанты Рәфис Дәүләтов, патруллек итеү маршрутында булғанда, юл буйындағы туҡталҡала ҡар менән ҡапланған «ВАЗ-2109» автомобилен күреп ҡалған.
Автомобиль быялаһы бәҫ менән ҡапланған, ә салонда бер кеше булған. Егет полицейскийҙарҙы күреп, сығырға маташҡан, ләкин шул тиклем туңған, ул хатта саҡ хәрәкәт иткән. Силәбе өлкәһендә йәшәгән 25 йәшлек егетте водитель булып сыҡҡан. Ул машинала китеп барғанда бензин бөтөүе хаҡында һөйләгән. Үтеп барған транспортты туҡтатырға маташыу һөҙөмтәһеҙ тамамланған. Егет бер үҙе кеше йөрөмәгән юлда тороп ҡалған. Ул төнө буйы һыуыҡта ултыра. Ә һауа температураһы -15 градус булған. Иртәнгә табан ул ҡулдарын да, аяҡтарын да тоймаған тиерлек.
Автоинспекторҙар, хәлде баһалап, шунда уҡ зыян күреүсене патруль автомобиленә ултырта һәм Инйәр дауаханаһына оҙата. Табиптар ирҙең өшөүен асыҡлаған. Хәҙер уның ғүмеренә бер ни ҙә янамай. Водитель полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
фото:ЮХХДИ.