ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Ноябрь 2022, 17:45

Хәйбулла районында ер убылған

Интернет селтәрендә халыҡ быға ҡарата төрлөсә фекер белдерә

Хәйбулла районында ер убылғанХәйбулла районында ер убылған
Хәйбулла районында ер убылған

Хәйбулла районының Вишневка ауылы янындағы баҫыуҙа ер убылған.

Емерелгән урындың оҙонлоғо – 50-60 метр самаһы. Тәрәнлеге – биш метр тирәһе. Интернетта халыҡ быға ҡарата төрлөсә фекер белдерә. Кемдер яҡын бармаҫҡа кәңәш иткән. 

Әлеге ваҡытта махсус хеҙмәттәр хәүефле урынды уратып алған.

ФОТО ИНТЕРНЕТ СЕЛТӘРЕНӘН.

Автор:Резеда Валиева
 
 
Автор:
Читайте нас