

Мәшәҡәтлерәк булһа ла, матур күңеле ваҡыттар етте. Байлыҡ, муллыҡ, барлыҡты күрһәткән көҙгө-ҡышҡы осор. Уңғандар, егәрлеләр, ҡунаҡсылдар атҡарған йола-байрамдар мәле.
Ҡыш бауыры оҙон "Аяғың тыпылдамаһа, ауҙың шапылдамаҫ", - тип йыл ризығын хәстәрләгән егәрле хужабикә Байдәүләтова Фәндиҙә Рамаҙан ҡыҙының йортона ҡаҙ өмәһенә йыйылдыҡ. Уңған хужабикә 40-ҡа яҡын ҡаҙ үҫтергән. Ауылымдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары һәм ағинәйҙәре ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Йырҙар йырлап уйын көлкө менән үтте ҡаҙ өмәһе. Афариндар!!!