ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Ноябрь 2022, 03:58

Һуйыр мәл еткәс...

«Әйтерһең дә, ҡаҙҙы йоҡоға талдырғандар ҙа, муйынының ике яғына сәнскәндәр»

Һуйыр мәл еткәс...Һуйыр мәл еткәс...
Һуйыр мәл еткәс...

Шаран районы ауылдарының береһенә төндә билдәһеҙ йәнлек һөжүм иткән. Ул шәхси ихаталағы 12 ҡаҙҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан. Был хаҡта «Башинформ»ға урында йәшәүселәр хәбәр иткән.

Уларҙың әйтеүенсә, 16 ноябрҙән 17-һенә ҡарай төндә хужабикә ҡаҙҙарын ҡураға индереп бикләгән, иртәгәһенә ҡор-ҡортто һуйырға тейеш булғандар. Ләкин иртән тороуға ҡаҙҙар үлеп ятҡан. Һарайҙың эсендә ҡан эҙҙәре лә юҡ.

«Әйтерһең дә, ҡаҙҙы йоҡоға талдырғандар ҙа, муйынының ике яғына сәнскәндәр. Хужабикә бер ниндәй шау-шыуҙы, эт өргән тауышты, ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуын ишетмәгән. Ә ҡаҙҙарҙың тауышынан бөтә ауыл уянырға мөмкин бит», - ти «Башинформ» әңгәмәсеһе.

Йыртҡыс ҡураға ерҙе өңөп ингән. Һарай янында ҡарҙа ниндәйҙер эҙҙәр табылған. Ошо ауылда йәшәгән урмансы әйтеүенсә, был төлкө түгел, сөнки уның тәпәйе бәләкәйерәк. Шулай уҡ йәтсәгә лә, көҙәнгә лә оҡшамаған, ти ул.  

 

Автор:Ләйсән Әкимбәтова

Һуйыр мәл еткәс...
Һуйыр мәл еткәс...
Һуйыр мәл еткәс...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас