

Стәрлетамаҡ районында Матвеевка ауылындағы фажиғә ҡот осорлоҡ.
Бөгөн төндә Матвеевка ауылында ике фатирлы кирбес йорттоң берәүендә янғын сыға. Өйҙә ир менән ҡатын һәм уларҙың ете балаһы йоҡлаған була. Ғаилә башлығы ут эсенән игеҙәк балаларҙы сығара ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 46 йәшлек ир, 45 йәшлек ҡатын һәм уларҙың биш улы ут эсенән сыға алмай. Улдарының иң олоһона 21, ә иң кесеһенә 6 йәш.
Ауыл Советынан хәбәр итеүҙәренсә, был ишле ғаиләлә ете бала тәрбиәләнә. Улар араһында үҙҙәренеке лә, тәрбиәгә алынған балалар ҙа була. Шулай уҡ мөмкинлеге сикләнгән, мәктәпкә йөрөмәгәндәре лә була.
Йортта янғын сығыуҙы хәбәр иткән прибор ҙа булған. Уны апрель һәм июль айҙарында тикшерәләр. Был аяныслы хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Суд экспертизаһы үткәрелә, шаһиттарҙың күрһәтмәләре теркәлә, янғын сәбәбе асыҡлана.
Фото: МЧС по РБ
Фото:Госкомитет РБ по ЧС