ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Ноябрь 2022, 03:49

6 кеше ултырған кәмә түңкәрелгән

Һыуһаҡлағысҡа табиптар, полиция һәм ҡотҡарыусылар килгән

6 кеше ултырған кәмә түңкәрелгән6 кеше ултырған кәмә түңкәрелгән
6 кеше ултырған кәмә түңкәрелгән

Башҡортостанда 16 ноябрҙә ашығыс хеҙмәттәргә Нуриман районының Красная Горка ауылында Ҡариҙел йылғаһы кисеүендә кешеләр менән кәмә түңкәрелеүе тураһында хәбәр килә.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кәмә ярҙан 10 метр алыҫлыҡта ауған. Унда 6 кеше булған. Зыян күреүселәр ярға үҙ аллы йөҙөп сыҡҡан. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән-һау.

Билдәләнеүенсә, ваҡиға урынына табиптар, полиция һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгән.

 

 

фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас