ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Ноябрь 2022, 04:21

Гаражға төкөп...

Водитель һәм пассажир ашығыс ярҙам табиптары килгәнсе йән биргән. Тағы ла бер пассажир...

Гаражға төкөп...Гаражға төкөп...
Гаражға төкөп...

Юл-транспорт ваҡиғаһы Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында теркәлгән.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәте буйынса, 38 йәшлек ир «Лада Веста» автомобилендә ауылдың К.Маркс урамындағы гаражға төкөгән.

Ҡыҙғанысҡа күрә, водитель һәм пассажир ашығыс ярҙам табиптары килгәнсе йән биргән. Тағы ла бер пассажир йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлау өсөн БР буйынса Эске эштәр министрлығының үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юлланған. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.

 

Фото:ЮХХДИ.

Гаражға төкөп...
Гаражға төкөп...
Гаражға төкөп...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас