ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Ноябрь 2022, 08:18

Руль артындағы әҙәм иҫерек булған...

28 йәшлек егет Сибай дауаханаһына оҙатылған

Руль артындағы әҙәм иҫерек булған...Руль артындағы әҙәм иҫерек булған...
Руль артындағы әҙәм иҫерек булған...

Баймаҡ районында төн уртаһында Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 130-сы саҡрымында Йылайыр районынан 28 йәшлек егет ВАЗ-2107 руле артында юл ситенә сығып осҡан.

Фажиғә һөҙөмтәһендә йәрәхәттәр алған водитель Сибай дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатылған. Уның иҫерек булыуы асыҡланған. Асыҡланыуынса, егеткә водитель таныҡлығы бирелмәгән, өҫтәүенә бер ай элек ул эскән килеш автомобиль менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Әле ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү алып барыла.

«Иҫерек водителдәр, үҙҙәренә генә түгел, юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡа кешеләргә лә хәүеф тыуҙыра. Һеҙ айыҡ һәм аҡылығыҙ томаланмаған булып күренһә лә, спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң, автоһәүәҫкәрҙәр иң мөһим нәмә тураһында онота — алкоголь реакцияны кәметә һәм автомобиль менән идара итеү процесын контролдә тотоу мөмкинлеге бирмәй», — тип билдәләне үҙенең телеграм каналында Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов.

фото:ЮХХДИ

Руль артындағы әҙәм иҫерек булған...
Руль артындағы әҙәм иҫерек булған...
Руль артындағы әҙәм иҫерек булған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас