

Кисә Степан Злобин урамында йәшәгән ғаилә йоҡо бүлмәһе тәҙрәһе төбөндә йылан табып алған. Хужаларға бер метрға яҡын оҙонлоҡтағы имәнес хайуанды тотоу өсөн ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килгән. Әле йылан Граждандарҙы яҡлау идаралығы отрядында.
Белгестәр фекеренсә, был - амур йыланы. Ул ағыулы түгел һәм кешеләргә хәүеф менән янамай. Хайуандың хужаһы табылғансы уны ваҡытлыса ирекмәндәргә тапшырасаҡтар.
Әйткәндәй, йыландар Өфө фатирҙарында йыш ҡунаҡ. Быйыл апрелдә Сипайловолағы күп ҡатлы йортта ҡотҡарыусылар йылан аулағайны. Ул саҡта киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә йәүкәләп хужаларын тапҡайнылар.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар