

Нефтекамала 13 ноябрҙә төнгө сәғәт бер тирәһендә Нефтекаманың Ленин урамында асыҡланмаған водитель 61 йәшлек ҡатынды бәрҙергән һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Юл фажиғәһендә ҡатын һәләк булған.
Әле ошо водителде эҙләү дуам итә.
«Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы был осраҡ буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан яҡындағы полиция бүлегенә йәки Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл-патруль хеҙмәте айырым батальонының дежур бүлегенә 8(347) 235-84-02 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай», - тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға ведомствола.
фото:ЮХХДИ