ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Ноябрь 2022, 06:54

Ут хатаны ғәфү итмәй...

Ҡатынға янғынды иҫкәртеүсе прибор тапшырылған булған, ләкин...

Ут хатаны ғәфү итмәй...Ут хатаны ғәфү итмәй...
Ут хатаны ғәфү итмәй...

Кисә кискеһен Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Ейәнсура районының Малиновка ауылындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.

Урындағы халыҡ утты һүндергән ваҡытта 1961 йылғы ҡатындың мәйетен тапҡан.

"Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, ҡатынға янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама тапшырылған булған, ләкин объектты ҡарағанда ул табылмаған. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Ут хатаны ғәфү итмәй...
Ут хатаны ғәфү итмәй...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас