

Башҡортостанда 22 октябрҙән Белорет районының Олойылға ауылында йәшәүсе, хәбәрһеҙ юғалған Ләлә Моратованы эҙләү эштәре бара.
Республика Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, юғалған мәлдә 42 йәшлек ҡатын аҡ кәпәс, күк куртка һәм джинсы кейгән булған.
«Уның ҡайҙа булыуы хаҡында мәғлүмәттәре булған граждандарҙы 02, 8 (347-92) 3-33-02, 4-01-86 телефондары буйынса Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ», - тип билдәләнеләр ведомствола.
фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.