ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Ноябрь 2022, 11:17

Башҡортостанда машина электр бағанаһына барып бәрелгән һәм янып киткән: водитель иҫән

-

Башҡортостанда машина электр бағанаһына барып бәрелгән һәм янып киткән: водитель иҫәнБашҡортостанда машина электр бағанаһына барып бәрелгән һәм янып киткән: водитель иҫән
Башҡортостанда машина электр бағанаһына барып бәрелгән һәм янып киткән: водитель иҫән

Башҡортостанда уҙған тәүлектә ун юл фажиғәһе булған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм туғыҙы төрлө йәрәхәттәр алған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт 10 тирәһендә Бәләбәй районында Бәләбәй - Приют автомобиль юлының 21-се саҡрымында «Лада Калина» рулендәге 41 йәшлек ир канауға төшөп киткән һәм электр бағанаһына төкөлгән. Бәрелешкәндән һуң машина яна башлаған. Водитель төрлө йәрәхәттәр алған.

«Ул дауаханаға оҙатылған. Машина тулыһынса янып бөткән. Юл фажиғәһе буйынса тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-11-11/v-bashkirii-mashina-vrezalas-v-elektrooporu-i-zagorelas-voditel-vyzhil-3025665

Автор:Дарья Субботина.

Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:
Читайте нас