

Өфөлә иртәнге дүрттәр тирәһендә ашығыс хеҙмәттәргә Короленко урамындағы кирбес торбанан ҡатындың сыға алмауы тураһында хәбәр килә.
Урынға ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән. Ысынлап та, яҡынса ике метр тәрәнлектәге тар кирбес торба эсендә баш түбән торған бер ҡатын булған.
«Ханым һүҙҙәренсә, ул телефонын торбаға төшөрөп, уны алам тип уның артынса төшөп киткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уны альпинистар ҡорамалы менән сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм полицияға тапшырған. Һөҙөмтәлә 1993 йылғы ҡатын бер аҙ йәрәхәттәр алған», - тип хәбәр иттеләр Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте.