ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ноября 2022, 10:32

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан

Водитель алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡанҠаршы һыҙатҡа сыҡҡан
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан

Бөгөн таңғы сәғәт алты тирәһендә Иглин районында Һамар — Өфө — Силәбе трассаһында үлемесле авария булған. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, «Лада Ларгус» рулендәге 54 йәшлек Татарстан кешеһе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Volvo йөк машинаһы менән бәрелешкән.

«Лада» юлдан ситкә сығып ауған. Водитель алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-11-10/vyehal-na-obgon-na-trasse-v-bashkirii-pogib-voditel-iz-tatarstana-3023446

Автор:Ләйсән Закирова.

Автор:
Читайте нас