

Охлебинино ауылында (Иглин районы) социаль приюттан ҡасҡан 15 йәшлек Ангелина Горшкова менән 13 йәшлек Артем Фазлыевты тапҡандар. Был хаҡта «БашРегионСпас» эҙләү-ҡотҡарыу отрядында хәбәр иттеләр.
Бынан алда улар менән бергә ҡасҡан 14 йәшлек Диана Заһиҙуллинаның табылыуы билдәле булғайны.
«Кисә кискеһен табылған ҡыҙҙы шәфҡәт туташы менән бергә медицина тикшереүенә оҙатҡандар ҙа инде. Беҙ уйлауынса, ул ике үҫмер менән бергәләп ҡасҡан. Артем быға тиклем башҡа социаль учреждениенан ҡасҡан булған. Ангелина беҙҙә ваҡытлыса йәшәй, ремонтҡа бәйле Өфө учреждениеһынан күсерелгән. Ул да өләсәһе ҡарамағында, - тип һөйләгән «Башинформ»ға социаль учреждение хеҙмәткәре. - Уларҙың, моғайын, ҡасыу планы булғандыр. Ундай хәлдең булыуы мөмкин икәнен бер кем дә уйламаған. Бәлки, уларға әҙ генә күңелһеҙ булып киткәндер, сөнки беҙҙең приют ауыл ерендә урынлашҡан, һәм үҫмерҙәр өсөн күңел асыу саралары үтә күп тә түгел. Ә балалар, башлыса, имен булмаған ғаиләләрҙән, иркенлек ярата».