

Бөгөн киске 6 сәғәттә минутта Баймаҡ районының Темәс ауылында ике автомобиль - ВАЗ 2110 менән LADA Largus төкөшкән тигән хәбәр килә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә 3 өлкән кеше һәм 2015 йылғы 2 бала зыян күргән, уларҙың барыһы ла Баймаҡ ҡалаһының дауаханаһына оҙатылған.
Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән.
«Хөрмәтле водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ, юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!» - тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствонан.